

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров COVID-19 таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Атап әйткәндә, хәҙер дини объекттар эсендә бер үк ваҡытта 500-гә тиклем кеше (дини ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен дә индереп) булыуы рөхсәт ителә, тип яҙа “Башинформ”. Шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзорҙың коронавирусҡа ҡаршы тәҡдимдәре үтәлеүе мотлаҡ.
Быға тиклем указға үҙгәрештәр март аҙағында индерелгәйне, ҡайһы бир сикләүҙәр бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, республикала битлек режимы һаҡлана.
Фото: om1.ru