

Еңеүсе отош алыу өсөн әлегә лотерея үҙәгенә мөржәғәт итмәгән әле. Уның бәхетле билетты 300 һумға “Столото” мобиль ҡушымтаһында һатып алыуы билдәле, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Башҡортостан кешеләре “Столото” бренды аҫтында таратылған дәүләт лотереяларында йыш ота. 2021 йылда бөтә отоштарҙың дөйөм суммаһы 1 099 646 369 һум тәшкил иткән. Төбәктә 6 305 722 дана отошло лотерея билеты һатып алынған. Былтыр республиканың 43 кешеһе 500 меңдән 1 млн һумға тиклем аҡса отҡан, ә 51 кеше миллионер булған.