Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Апрель 2022, 11:45

Рәсәй граждандары 23 апрелдән “Мир” картаһына 15 мең һум аҡса алырға мөмкин

Был аҡсаға РФ хөкүмәте ойошторған программала ҡатнашыусылар иҫәп тота ала

Рәсәй граждандары 23 апрелдән “Мир” картаһына 15 мең һум аҡса алырға мөмкин
Рәсәй граждандары 23 апрелдән “Мир” картаһына 15 мең һум аҡса алырға мөмкин

Асыҡланыуынса, РФ граждандары дәүләттән яңы түләмде 2022 йылдың 23 апреленән ала башларға мөмкин, әммә бының өсөн бер шарт үтәлеүе мөһим, тип яҙа novostivl.ru. Был аҡсаға РФ хөкүмәте ойошторған программала ҡатнашыусылар иҫәп тота ала.

“Дәүләттән яңы түләмде ғаиләләрендә балалар тәрбиәләнгән рәсәйҙәр алырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә балалар өсөн туристик кешбэк программаһы сиктәрендә балалар лагерҙарына путевкалар һатыу дауам итә. Дәүләт Рәсәй граждандарына балалар лагерына һатып алынған путевка хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға вәғәҙә итте”, – тип белдергән сығанаҡ.

Путевкалар һатыу 2022 йылдың август аҙағына тиклем дауам итә һәм һәр ғаилә уртаса 15 мең һум аҡсаһын кире ҡайтара ала. Түләмде алыу өсөн үҙеңдең “Мир” картаһын теркәргә һәм уның аша махсус сайтта путевка өсөн түләргә кәрәк.

Фото: ussurmedia.ru/ novostivl.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: