Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Апрель 2022, 16:15

Рәсәй граждандарының картаһына Пенсия фонды апрелдә 8 меңгә яҡын аҡса күсерәсәк

Рәсәй граждандарына Пенсия фондынан аҡсалата түләм тураһында һөйләнеләр

Рәсәй граждандарының картаһына Пенсия фонды апрелдә 8 меңгә яҡын аҡса күсерәсәк
Рәсәй граждандарының картаһына Пенсия фонды апрелдә 8 меңгә яҡын аҡса күсерәсәк

Түләм күптәргә апрель аҙағына тиклем түләнәсәк. Был аҡса май айы өсөн, әммә ул алдан түләнәсәк, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Белгестәр әйтеүенсә, һүҙ тик эшләмәгән граждандарға ғына тейешле түләм тураһында бара. Быйыл пенсия фонды йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләүселәргә компенсация түләй башланы. Уларҙың күпселеге әсәйҙәр, әммә шулай уҡ сабыйҙың яҡын туғаны ла булырға мөмкин.

Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, ғәҙәттә был түләмдәр ай башында күсерелә, әммә был юлы май байрамдарына бәйле, графикҡа үҙгәрештәр индерелә һәм аҡса 29 апрелдә үк күсереләсәк. Быйыл уның күләме 7700 һум тирәһе тәшкил итә.

Фото: udm-info.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: