Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Апрель 2022, 16:35

5 миллион автомобилсе өсөн водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

Эске эштәр министрлығы ҡабул иткән был ҡарар алыштырыу ваҡыты 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорға тура килгән водитель таныҡлыҡтарына ҡағыла.

5 миллион автомобилсе өсөн водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла
5 миллион автомобилсе өсөн водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

Оҙайтыу өсөн... ә водителдәргә таныҡлығын оҙайтыу өсөн бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. 
Ғәмәлдә булыу ваҡыты 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа тамамланған ЮХХДИ биргән водитель таныҡлыҡтары автоматик рәүештә оҙайтыла.

Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡ райондарында теркәлгән һәм хәүефле йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараларының диагностика картаһы 12 айға оҙайтыла. Был сара 600 компанияға ярҙам итәсәк.

Шатлыҡлы яңылыҡты дуҫтарығыҙға еткерегеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: