Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Апрель 2022, 12:15

Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум

Башҡортостанда ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын ала башлауы мөмкин.

Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум
Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум

“Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” законға Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярашлы үҙгәрештәр индерергә йыйына, тип яҙҙы “Башинформ”.

Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән йыл һайын республикабыҙҙа ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр 100 мең һум премия бирелә. Премияға һалым һалынмай, ул тулы күләмдә түләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: