Бөтә яңылыҡтар

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ейәнсураларҙы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Хөрмәтле ейәнсуралар! 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ысын күңелдән иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Был яҡты һәм ҡыуаныслы байрам хаҡлы рәүештә бөтә халыҡтың яратҡан байрамы булып иҫәпләнә. Ул берләшеү һәм теләктәшлек, ижади хеҙмәткә тәрән ихтирам белдереү кәүҙәләнеше булып  тора. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, һәр кемдең именлеге тик тырыш хеҙмәт менән генә мөмкин булыуын яҡшы беләбеҙ. Хеҙмәт төрлө быуын һәм төрлө ҡарашлы кешеләрҙе берләштерә. Нәҡ эшһөйәрлек һәм намыҫлы хеҙмәт һәр йәмғиәттең үҫешенең, барлыҡ ниәтләнгән пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе булып тора. Ейәнсура районы халҡы һәр ваҡыт яҡшы эшләй белде һәм хәҙер ҙә районыбыҙҙы тағы ла күркәмерәк һәм уңайлыраҡ итеүен дауам итә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә бөтә йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бөтә эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар, аҡ бәхеттәр теләйем. Был байрам көндәре дуҫтар һәм яҡындар менән осрашыу шатлығына тулһын, яҡшы кәйеф, көс-дәрт килтерһен. Тыныслыҡ, изгелек, именлек һеҙгә!

Читайте нас: