Бөтә яңылыҡтар

Торлаҡҡа хаҡтар артыуын дауам итә

Башҡортостанда торлаҡ хаҡы билдәле булды

Торлаҡҡа хаҡтар артыуын дауам итә
Торлаҡҡа хаҡтар артыуын дауам итә

2022 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда беренсел баҙарҙа торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 91,3 мең һумға еткән, тип хәбәр итә “Башинформ” республика статистиктарына һылтанма менән.

Хаҡ уҙған йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа артҡан. Ул ваҡыта яңы йорттарҙа бер квадрат метр 71,8 мең һум торған.

Быйыл беренсе кварталда икенсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 77,8 мең һум тәшкил иткән (4,2 процентҡа күберәк). Сағыштырыу өсөн: былтыр икенсел баҙарҙа бер «квадраттың» уртаса хаҡы 63,4 мең һум ине.

Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: