Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
13 Май 2022, 14:45

Май айында ике көн хәмер һатылмай

Башҡортостанда май айында ике көн спирты эсемлектәр һатыу тыйыла

Май айында ике көн хәмер һатылмай
Май айында ике көн хәмер һатылмай

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамына арналған сараларҙы уҙғарғанда алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла. Был турала Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Быйыл Һуңғы ҡыңғырау туғыҙынсы кластарға — 18 майҙа, ә ун беренселәргә 25 майҙа яңғырай.

«Башҡортостан Республикаһының 2007 йылдың 1 мартындағы 414-се законының 6.2 статьяһына ярашлы, магазиндарҙа хәмер һатыу тыйыла. Был дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: