Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
13 Май 2022, 09:40

Юлдарҙа водителдәрҙе күпләп тикшерәсәктәр

Май айында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә

Юлдарҙа водителдәрҙе күпләп тикшерәсәктәр
Юлдарҙа водителдәрҙе күпләп тикшерәсәктәр

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ЮХХДИ автомобилдәрҙең техник торошон тикшереүгә йүнәлтелгән рейдтар үткәрәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ”.

ЮХХДИ инспекторҙары машиналарының техник тикшереү диагностика картаһы булмаған водителдәрҙе һәм техник яҡтан төҙөк булмаған автомобилдәрҙе асыҡлаясаҡ. Һүҙ машиналарын файҙаланыу өсөн техник тикшереү мотлаҡ булған водителдәр тураһында бара. Бындай категорияларға такси, хеҙмәти транспорт саралары, йөк машиналары һәм пассажирҙар йөрөтөүсе башҡа транспорт водителдәре инә.

Машинаның төҙөк булмауы асыҡланһа, уны файҙаланыуҙы тыясаҡтар, ә водителгә техник тикшереү үткәрергә тура киләсәк.

Былтыр декабрҙә илдә күпселек водителдәр өсөн мотлаҡ техник тикшереүҙе ғәмәлдән сығарған закон үҙ көсөнә ингәйне.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: