Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Май 2022, 10:50

Һабантуйҙар үткәреү даталары билдәләнде

Радий Хәбиров Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы

Һабантуйҙар үткәреү даталары билдәләнде
Һабантуйҙар үткәреү даталары билдәләнде

Башҡортостан Башлығы 2022 йылда “Һабантуй” халыҡ байрамын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Башинформ”. Документҡа ярашлы республика хөкүмәтенә, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә халыҡ байрамын коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы тураһында указ талаптарына ярашлы үткәреүҙе тәьмин итергә кәрәк.

Республика етәксеһе указы менән райондарҙа һабантуйҙар үткәреү графигы ла раҫланды. Беренсе һабантуй 27 майҙа Йылайыр районында, һуңғылары 18 июндә республиканың һигеҙ районында үтәсәк. Ейәнсура районында иһә быйыл һабантуй 11 июндә була.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: