Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Май 2022, 19:45

Йәштәргә – 50 мең һум

Башҡортостан йәштәре үҙҙәренең проекттарын үҫтереүгә 50 мең һумға тиклем грант алырға мөмкин

Йәштәргә – 50 мең һум
Йәштәргә – 50 мең һум

Рәсәйҙең йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы сентябрҙә йәштәрҙең проекттарын тормошҡа ашырыуға ябай, әммә асыҡ отчетлылыҡ менән 50 мең һумға тиклем микрогранттар бирә башлаясаҡ. Был хаҡта РИА Новостиға биргән интервьюла ведомство етәксеһе Ксения Разуваева һөйләне, тип хәбәр итте “Башинформ”.

“Росмолодежь. Гранты” конкурсында 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнаша ала. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 2,5 млрд һум тәшкил итә.

Микрогранттар башҡа традицион гранттарҙыҡы кеүек йәнәлештәр буйынса бирелә: экология, ирекмәнлек,  ижад, социаль эшҡыуарлыҡ темаһы һ. б.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: