

Донбасста хәрби хеҙмәтен үтәгәндә яҡташыбыҙ, Иҫәнғол ауылынан махсус тәғәйенләнештәге рота разведчик-пулеметсыһы, контракт буйынса хеҙмәт иткән ефрейтор Тимур Наил улы Моратов һәләк булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Юланов егеттең ата-әсәһенә барып, уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
“Ейәнсура районының лайыҡлы улы, күп милләтле халҡыбыҙҙың хәүефһеҙлеген, уның тормошҡа һәм азатлыҡҡа хоҡуғын яҡлап, яуҙа һәләк булды. Аңлайым, бер ниндәй һүҙҙәр ҙә юғалтыу ҡайғыһын еңеләйтә алмай. Беҙ Тимур алдында түләп бөткөһөҙ бурыслы. Республика, дәүләтебеҙ Һеҙҙең ауыр хәлегеҙҙе еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Был ауыр сәғәттә Һеҙҙең менән бергә сикһеҙ ҡайғырабыҙ”, – тине башлыҡ.
Герой менән хушлашыу датаһы тураһында айырым хәбәр ителәсәк.
Тимур Наил улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.