Йәмғиәт Общество
25 Май 2022, 08:20

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаҡлыҡ банкы артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында «юл картаһы»на ҡул ҡуйҙы

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылдыМөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаҡлыҡ банкы 2022-2023 йылдарға хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Кисә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән осрашты. Яҡтар республиканың финанс секторын үҫтереүҙе һәм банк ҡатнашлығында яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Осрашыу барышында белдерелеүенсә, Һаҡлыҡ банкы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, шулай уҡ йылылыҡ, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә концессия килешеүҙәре сиктәрендә проекттарҙы финанслауҙа ҡатнаша. Улар араһында — Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү уңайынан объекттар төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү.

«Ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, беҙ республиканы үҫтереү пландарынан баш тартманыҡ. 2024 йылға тиклем бер нисә әһәмиәтле объект төҙөргә уйлайбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен үҫтерергә йыйынабыҙ, уларҙы төрлө яҡлап тикшерергә әҙербеҙ», — тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры хәбәр итеүенсә, әле вуз-кампус төҙөү проектын ғәмәлгә ашырыу әүҙем тикшерелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас