

30 майҙа “Мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡорртостан халыҡтарының туған телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү” йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамлана, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Конкурста Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән проекттары башҡорт телен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе күҙаллаған коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмалар ҡатнаша ала.
Конкурс бюджеты 50 млн һум тәшкил итә. Бер проект өсөн грант күләме 3 млн һумдан артырға тейеш түгел. Проектты ғәмәлгә ашырыу 2022 йылдың 1 сентябренән башланырға һәм 2023 йылдың 31 авгусына тиклем тамамланырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 30 майға тиклем ошо сайтта ҡабул ителә