Йәмғиәт Общество
2 Июнь 2022, 08:45

Путин Герой-әсә исемен кире тергеҙергә тәҡдим итте

Владимир Путин ғаиләләргә яңы түләүҙәр индерергә тәҡдим итте. Улар 200 мең, 500 мең, 1 миллион һум тәшкил итәсәк?

Путин Герой-әсә исемен кире тергеҙергә тәҡдим иттеПутин Герой-әсә исемен кире тергеҙергә тәҡдим итте
Путин Герой-әсә исемен кире тергеҙергә тәҡдим итте

Владимир Путин почетлы Герой-әсә исемен кире тергеҙергә тәҡдим итте. Ул быны 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградланған ғаиләләр менән осрашыу ваҡытында белдерҙе.

Президент шулай уҡ “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалын тапшырғанда өҫтәмә аҡсалата түләү ҙә билдәләне.

– “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалын тапшырғанда элек беҙҙә аҡсалата өҫтәмә ҡаралмаған ине. Был ордендың миҙалына ҡағыла. Ошондай бер тапҡыр түләү билдәләргә тәҡдим итәм. Орден өсөн беҙҙә 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҡаралған, миҙалға бер ниндәй ҙә түләү юҡ ине. Мин миҙал биргәндә бер тапҡыр 200 мең һум түләү билдәләргә, “Ата-әсәлек” даны орденын тапшырғанда быға тиклем булған 100 мең һум урынына 500 мең һум тапшырырға тәҡдим итәм. Ә “Герой-әсә” тигән почетлы исемгә лайыҡ булыусы әсәйҙәргә бер тапҡыр 1 миллион һум түләнәсәк, – тине В. Путин.

 “Ата-әсәлек даны” миҙалы 4 һәм унан күберәк бала (шул иҫәптән уллыҡҡа алынған) тәрбиәләгән, ордены 7 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә тапшырыла. Дәүләт наградаһын тапшырған ваҡытта иң кесе балаға 3 йәштән кәм булмауы шарт.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас