Йәмғиәт Общество
11 Июнь 2022, 03:45

Бөгөн беҙҙә Һабантуй!

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ейәнсураларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Һабантуй байрамы менән ҡотланы

Бөгөн беҙҙә Һабантуй!Бөгөн беҙҙә Һабантуй!
Бөгөн беҙҙә Һабантуй!

Хөрмәтле ейәнсуралар һәм район ҡунаҡтары! Барығыҙҙы ла  халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Быуаттар төпкөлөндә барлыҡҡа килгән һабантуй, илебеҙҙең күп төбәктәрендә төрлө милләт кешеләренең дөйөм хеҙмәт һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелеп, милли сиктәрҙе юйҙы. Ул Республикабыҙ халыҡтары колоритының иң яҡшы һыҙаттарын үҙенә алып, үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе еп, берҙәмлек кәүҙәләнеше булып тора. Байрам яҡташтар, ҡәҙерле ҡунаҡтар менән осрашыу, көсөргәнешле хеҙмәттән һуң ял итеү мөмкинлеге бирә.

Эштәрҙе йомғаҡлап, райондың агросәнәғәт комплексы байрамды яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылауын билдәләргә кәрәк. Малдар уңышлы ҡышлап сыҡты, яҙғы баҫыу эштәре билдәләнгән ваҡытҡа тамамланды.

Беҙҙе туйындырыусы ергә һәм тынғы белмәҫ ауыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәтлебеҙ, буласаҡ уңыш һәм райондың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге уларҙың ҡулында.

Һабантуйҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы һәм үҙенсәлекле мәҙәниәте байрамына сумыуҙарын, йырҙар, бейеүҙәр һәм ярыштар матурлығынан кинәнес алыуҙарын теләйем. Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм именлек һеҙгә!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас