

Өфөлә һәм ҡала янында йәшәгәндәр, ғәҙәти булмаған эре үрмәкселәрҙе күреп, ҡурҡыуға ҡалған, тип хәбәр итте “Башҡортостан” гәзите сайты. Был бөжәктәрҙе Булгаков ауылында, Өфөнөң Ағиҙел яры буйында ла тап итеүселәр булған.
Был үрмәкселәртураһында биология фәндәре кандидаты Михаил Кривошеев түбәндәгеләрҙе һөйләгән.
Был көньяҡ рус тарантулы (южнорусский тарантул) икән. Башҡортостанда ла осрай. Ҡайһы бер йылдарҙа уларҙың күбәйеп китеүе лә ихтимал, ти ғалим. Тик бының сәбәбен аныҡ ҡына аңлата алмайҙар, һауа температураһына ла бәйле булыуын билдәләйҙәр.
Әле үрмәкселәр оя яһау, аҙыҡ эҙләү маҡсатында күсеп йөрөй, бәлки, алда булған һыуыҡтар уларҙы өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр иткәндер, ти М. Кривошеев. Ағыулымы-юҡмы, тигәнгә, ғалим: «Бүтән үрмәкселәр кеүек үк, көньяҡ рус тарантулы ла ағыулы иҫәпләнә. Әсе итеп тешләп алыуы ихтимал, әммә ағыуы кешегә зыянһыҙ. Башлап теймәһәң, тешләмәй, ағыу уға сиңерткәләргә һәм башҡа бөжәктәргә һунар итеү өсөн кәрәк», – тип тынысландырған.