Йәмғиәт Общество
17 Июнь 2022, 12:15

Бер көндә 10 млн һумға байыған

Башҡортостанда йәшәүсе лотереяла ҙур сумма отҡан

Бер көндә 10 млн һумға байығанБер көндә 10 млн һумға байыған
Бер көндә 10 млн һумға байыған

“Столото”ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ҡалаһында йәшәүсе 10 млн һум отҡан, тип яҙа “Башинформ”. Аҡса отоусы 16 июндә мобиль ҡушымта аша күп тиражлы ставка яһаған булған. Уны аҡса алыр өсөн лотерея үҙәгенә саҡырғандар.

Яңы миллионерҙың кем икәне әле билдәле түгел, сөнки ул отош алыр өсөн мөрәжәғәт итмәгән әле.

Быға тиклем 16 апрелдә шулай уҡ Өфө кешеһе “Рапидо” лотереяһында 29 173 809 һумлыҡ суперприз отоуы тураһында билдәле булғайны.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас