

Был хаҡта Coca-Cola Hellenic Bottling Company (Coca-Cola HBC) үҙенең бренды аҫтындағы эсемлектәрҙе Рәсәй территорияһында етештереүҙе һәм һатыуҙы туҡтатыуы тураһында рәсми белдереүгә һылтанма менән Reuters хәбәр итте.
“Компанияның запастары бөтөү менән Coca-Cola HBC Рәсәйҙә Coca-Cola йәки башҡа брендтарын етештермәйәсәк һәм һатмаясаҡ”, – тиелә материалда.
Компания Coca-Cola, Sprite, Fanta, Schweppes, Powerade, Bonaqua, Fuzetea, Adez, Pulpy, Innocent, Rich, "Моя семья" һәм "Добрый" брендтары менән тауарҙар сығара.
Фото: Jim Urquhart / Reuters