Йәмғиәт Общество
17 Июнь 2022, 09:45

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды

Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы “Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтен үҫтергән өсөн” почет билдәһе булдырыласағы, уға лайыҡ булыусыларға премия түләнеүе тураһында белдерҙе

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылдыӨфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, бизнес, власть, халыҡтың үҙ-ара аралашыуы майҙансығына әүерелә, тип хәбәр итте «Башинформ».

Форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнаша. Граждандар форумы бер үк ваҡытта республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының күргәҙмә майҙансығы булып тора, унда иң яҡшы тәжрибәләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар тәҡдим ителә, ә икенсе яҡтан, пленар ултырыш һәм тематик майҙансыҡтар эше сиктәрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн социаль-шәхси һәм йәмәғәтселек партнерлығы, хәйриәлек, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмғиәттәге роле темаларына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү урыны ла.

Экрандан республика етәксеһе Радий Хәбировтың сәләмләүе яңғыраны. Әлеге ваҡытта ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Граждандар форумында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләйем, һеҙҙең менән ғорурланам һәм хеҙмәтегеҙ, битараф булмағанығыҙ, әүҙемлегегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ һәр саҡ беренселәрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ, тирә-йүндәге тормошто сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итәһегеҙ. Республика граждандар әүҙемлегенең йылдан-йыл арта барыуы минең өсөн бик мөһим. Республикабыҙ — коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт әүҙемселәре күп булған биш төбәк иҫәбендә. Бер нисә йыл эсендә беҙ Рәсәй Президентының һәм республикабыҙҙың миллиард һумдан ашыулыҡ гранттарын алдыҡ. Муниципаль кимәлгә ҙур иғтибар бүлербеҙ, ҡала һәм райондарыбыҙҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү программаһын яңыртырбыҙ», — тиелә сәләмләүҙә.

Радий Хәбиров үҙенең ниндәй ҡарар ҡабул иткәнен дә әйтте: әүҙем йәмәғәтселәрҙең статусын күтәреү өсөн «Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн» тигән маҡтаулы билдә булдырыла. Уға лайыҡ булғандарға премия түләнә.

Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың «Башҡортостан Республикаһы — үҫеш һәм татыулыҡ биләмәһе» беренсе республика форумы 2014 йылда үткәрелгәйне.

Фото: Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас