

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә – халыҡ иҫәбен алыу көнөнә Рәсәйҙә даими йәшәгән 147,2 миллион кеше иҫәпкә алынған. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда ил халҡы 2,05 миллион кешегә, йәғни 1,4 процентҡа артҡан, тип яҙа “Башҡортостан”. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Башстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдергән.
Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса етенсе, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда даими йәшәгән 4,091 миллион кеше иҫәпкә алынған.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары менән сағыштырғанда, республика халҡы 0,5 процентҡа артҡан. 2010 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡалала халыҡ туғыҙ процентҡа артҡан. Бындай динамика Өфөгә халыҡ иҫәбе буйынса Омск һәм Дондағы Ростовты уҙып китергә һәм Һамар менән Силәбегә яҡынлашырға мөмкинлек бирҙе.
– Ауыл һәм ҡала халҡының нисбәте урбанизация процесының дауам ителеүе хаҡында һөйләй. 2010 йыл менән сағыштырмаса, Башҡортостанда ҡала халҡының өлөшө 1,4 процент пунктына артты һәм 61,8 процент тәшкил итте. Ауыл халҡының өлөшө 38,2 процент тәшкил иткән. 2010 йылда ҡала һәм ауыл халҡының нисбәте 60,4 һәм 39,6 процент ине, – тине Әкрәм Ғәниев.
Уның һүҙҙәренсә, республика халҡының дөйөм һанынан ир-егеттәрҙең өлөшө – 47,2 процент, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы иһә 52,8 процент тәшкил иткән. 2010 йылда был нисбәт 46,7 һәм 53,3 процент булған.
Әлегә был һандар яҡынса. Мәғлүмәт тулыһынса эшкәртелеп бөткәс, һандарҙың саҡ ҡына үҙгәреүе ихтимал.
Фото: "Бәйләнештә".