

Юғары профессионаллек, яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһы осоронда медицина ярҙамы ойоштороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн республика медиктары дәүләт етәксеһенең наградаларына лайыҡ булды, тип хәбәр итә “Башинформ”. Ярашлы ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында батырылған.
Документтан күренеүенсә, республиканың 27 медицина хеҙмәткәре – Рәсәй Президентының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған, 25 медикҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте белдерелгән.
Бүләкләнеүселәрҙең тулы исемлеге менән ошонда танышырға мөмкин.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.