+25 °С
Болотло
23 июндә Мәскәүҙә танылған артист, «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Уға 48 генә йәш булған. Был хаҡта телеграм-каналдар хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул ашығыс ярҙам автомобилендә йән биргән. Сәбәбе – инфаркт.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, популяр артист Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуған. Ул балалар йортонда үҫкән. «Белые розы», «Седая ночь», «Розовый вечер», «Детство» һәм башҡа йырҙары менән артист илдә киң популярлыҡ яулағайны.