Йәмғиәт Общество
28 Июня 2022, 05:45

2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде

Ярашлы указға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы

2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде
2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларҙың статусын таныу маҡсатында 2023 йылда Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу тураһында ҡарар сығарам», — тиелә документта.

Президент шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә өс ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға һәм төп саралар планын әҙерләп раҫларға ҡушты.

Фото:kremlin.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас