– Үҙмәшғүл булып теркәлеү зарур. Бынан һуң шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештереүселәренең йәшелсәне иркенләп һатыу һәм ҡаҙнанан субсидиялар алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Үҙмәшғүл статусында улар йәшелсә менән сауҙа иткән өсөн һалым түләүҙән азат ителә. 2022 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм ауыл хужалығы һалымы ставкаһы бөтөрөлдө.
Икенсе йүнәлеш – эшкәртеүсе предприятиелар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға йәшелсә һәм картуф орлоғо һатып алыуға биреп торған аванс. Эшкәртеүсе һәм үҙмәшғүл араһында «Агроконтракт» төҙөлә. Етештерелгән продукция һатылғандан һуң дәүләт эшкәртеүсенең үҙмәшғүл өсөн орлоҡ һатып алыуға тотонған сығымының 50 процентын ҡаплай. Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештереүселәренә ниндәй ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында ентеклерәк видеола ҡарағыҙ.
Түбәндәге мәғлүмәттең файҙалы булыуы бар:
– Баҡса участкаһында теплицаны теркәргә кәрәкме: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_892
– Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам тураһында: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_714
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан