Йәмғиәт Общество
26 Июль 2022, 09:15

Коммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн нисек кешбэк алырға

“Мир” карталары шәхси кабинетта электричество, эҫе һыу һәм йылытыуға түләгән өсөн түләм суммаһының 1 процентын кире ҡайтара.

Коммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн нисек кешбэк алырғаКоммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн нисек кешбэк алырға
Коммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн нисек кешбэк алырға

Акция 15 июндән 31 декабргә тиклем бара. Унда ҡатнашыу өсөн картаны “лояльность” программаһында теркәргә кәрәк. Быны ике ысул менән эшләргә мөмкин.  «Башэлектросбыт» АО-һының клиенттың шәхси кабинетында түләү битендә ярашлы баннерға баҫырға һәм кәрәкле юлдарҙы тултырырыға. Йәки карта сайтына инергә һәм “ЖКХ” категорияһында акция битендә “активировать” кнопкаһына баҫырға кәрәк.

Кешбэк түләү ваҡытынан алып 5-7 эш көнөндә күсереләсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас