Йәмғиәт Общество
26 Июль 2022, 10:25

Һуңғы тәүлектә ике кеше коронавирустан вафат булған

COVID-19 йоҡтороусылар һаны һуңғы аҙнала арта бара

Һуңғы тәүлектә ике кеше коронавирустан вафат булғанҺуңғы тәүлектә ике кеше коронавирустан вафат булған
Һуңғы тәүлектә ике кеше коронавирустан вафат булған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың яңы 60 осрағы асыҡланған. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән билдәле булды, тип хәбәр итә “Башинформ”. Статистиканан күренеүенсә, һуңғы аҙнала был сирҙе йоҡтороусылар һаны арта бара – 19 июлдә был һан 47 булған.

Әле 96 пациент стационарҙа дауалана, шуларҙың 62-һе 60 йәштән өлкәндәр. 16 ауырыу ауыр хәлдә, өсәү ИВЛ-ға тоташтырылған. 266 кеше амбулатор дауалана, уларҙың 94 өлкәндәр.

41 кеше һуңғы тәүлектә һауығып сыҡҡан. COVID-19 йоҡторған ике сирле вафат булған.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас