

Эшләмәгән пенсионерҙарҙан айырмалы, уларҙың пенсияһының страховка өлөшө йыл да индексланып бармай. Әммә пенсинер йәнә бер йыл эшләгәс, өҫтәлмә балдарға хоҡуғы барлыҡҡа килә (әлбиттә, һүҙ "аҡ эш хаҡы" һәм ваҡытында түләнгән страховка иғәнәһе тураһында). Тимәк, пенсия ла артырға тейеш.
Бер йылда иң күп тигәндә лә 3 пенсия балы "эшләргә" була. Был иһә 300 һумдан күберәк. Был өҫтәмәне алыу өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, ул үҙе күсәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Эшләмәгән пенсионерҙарға 2022 йылда страховка өлөшөн ике тапҡыр индексланылар: 1 ғинуарҙа (8,6 процентҡа) һәм 1 июндә (өҫтәмә 10 процент).