Йәмғиәт Общество
1 Август 2022, 10:35

Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле

Үткән алты ай эсендә республика юлдарында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 169 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш бала үлгән, 188-е төрлө дәрәжәлә йәрәхәтләнгән. Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында 70 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 73 бала зыян күргән...

Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйлеЮлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле
Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле

Бәлиғ булмағандарҙың транспорт сараһы менән идара итеүе һөҙөмтәһендә ҡылынған юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы хәүеф уята. Мопед һәм уларға тиңләштерелгән транспорт сараларыныңидара иткән бәлиғ булмағандарҙың ҡатнашлығында 15 осраҡ булып, уларҙа 1 бала үлгән, 14 бала зыян күргән.

Ошоларҙан сығып, балаларҙың урамдарҙа һәм юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙы транспортлы мөхиткә өйрәтеү маҡсатында, шулай уҡ балалар йөрөтөүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймау һәм белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында профилактик сараларҙы көсәйтеү маҡсатында Ейәнсура районы территорияһында 2022 йылдың 15 авгусынан 9 сентябренә тиклем “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһы уҙғарыла.

Ата-әсә – водителдәрҙе хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм автомобиль салонында балалар булған осраҡта балалар креслоһын ҡулланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Бала менән юл аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас