Кисә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак сентябрь урталарында Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы ихтималлығы тураһында белдерҙе, тип яҙа “Башинформ”.
Уның һүҙҙәренсә, әлегә хафаланырға сәбәп юҡ, ләкин хәҙерҙән үк вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк. Август аҙағында отпускынан һуң эшкә сыҡҡан уҡытыусыларға айырым иғтибар биреү зарур. Анна Казак әйтеүенсә, шулай уҡ августа грипҡа ҡаршы вакцина яһата башлау мөһим.
4 авгусҡа республикала 292 418 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән (уҙған тәүлектә тағы 91), тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 3 авгусҡа яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн 375 койка әҙерләнгән.
Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына вакцинация һәм ревакцинация мәсьәләһен шәхси контролдә тоторға ҡушты.