Йәмғиәт Общество
10 Август 2022, 13:50

Уҡыусылар өсөн формаларға һәм тауарҙарға хаҡтарҙы прокуратура тикшерә

Республикала йәшәүселәр хаҡтарҙың күпкә артыуы тураһында йәшәү урыны буйынса прокуратуға хәбәр итә ала

Уҡыусылар өсөн формаларға һәм тауарҙарға хаҡтарҙы прокуратура тикшерәУҡыусылар өсөн формаларға һәм тауарҙарға хаҡтарҙы прокуратура тикшерә
Уҡыусылар өсөн формаларға һәм тауарҙарға хаҡтарҙы прокуратура тикшерә

Башҡортостан прокуратураһы мәктәп формаһына һәм яҙып-һыҙыу кәрәк-яраҡтарына хаҡтарҙың ныҡ артыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерәсәк. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Республика халҡы үрҙә әйтелгән тауарҙарға хаҡтарҙың күпкә артыуы тураһында йәшәү урыны буйынса прокуратуға хәбәр итә ала. Мөрәжәғәттәрҙе ҡарау һөҙөмтәләре буйынса һәм нигеҙ булғанда саралар күреләсәк.

Быға тиклем республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары мәктәп тауцарҙары артыуы менән ҡыҙыҡһынып, хаҡтарға мониторинг үткәрергә вәғәҙә иткәйнеләр.

Фото: «Башинформ».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас