

19 августа Ҡариҙел районының «Звездный» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында Башҡортостан журналистарының «Журфест-2022» йәйге фестивале үтте. Был сараға бөтә республиканан 500-ҙән артыҡ журналист – федераль, республика, райондар баҫмалары, телевидение, радио интернет-берләшмәләр вәкилдәре йыйылды.
Фестивалдә “Ейәнсура таңдары” һәм “Зианчуринские зори гәзиттәре журналистары ла ҡатнашты.
Журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары үткәрелде.