Йәмғиәт Общество
25 Август 2022, 04:50

Быйыл уҡыу йылы алдынан балаларға 10 мең һум ни өсөн түләнмәй?

Дәүләт Думаһында балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә 10 мең һум быйыл ни өсөн түләнмәүен аңлаттылар

Уҡыу йылы алдынан ата-әсәләр 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелеүсе түләм алмаясаҡ. Былтыр был пособие балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн түләнгәйне. Был хаҡта Starhit хәбәр итте

“Быйыл 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелеүсе түләм бындай ярҙамға мохтаж булған ғаиләләргә ай һайын түләнеүсе пособие менән алмаштырылды. Беҙ ҡануниәттәге тишекте яптыҡ, уны аҙаҡ шундай бер тапҡырлыҡ сара менән тулыландырҙыҡ. Пособие алименттар суммаһынан 50-нән 100 процентҡа тиклем тәшкил итә – йәғни, уртаса 12 мең һумға тиклем, ул ай һайын килеп тора, ә йылына бер тапҡыр августа ғына түгел”, – тип белдерҙе Дәүләт Думаһы депутаты Светлана Бессарб.

Ул шулай уҡ кәрәк булғанда ҡабатлап күмәртәләп түләү мөмкин булыуын, әммә әлегә ундай пландар хаҡында белмәүен белдерҙе.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас