

Проектта ҡатнашыуға заявкалар 2022 йылдың 10 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Быйыл конкурстың Гран-прийына лайыҡ булыусы 300 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән алып оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү ательелары, йүнәлешле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үтәсәк:
«Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция»;
«Башҡорттарҙың заманса авторлыҡ образы»;
«Балалар кейеме – реконструкциялау»;
«Башҡорттарҙың милли ювелир биҙәүестәре».