

Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән өсөн туристик кешбэк программаһының яңы этабы старт алды. Һатыуҙар 25 август төнөндә башланды һәм 10 сентябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Тур, круиз йәки ил территорияһында отелдәрҙә йәшәү хаҡының 20 процентын кире ҡайтарыу өсөн бындай хеҙмәттәргә “Мир” картаһы менән түләргә кәрәк. Кешбэктың максималь суммаһы – бер сәфәргә 20 мең һум. Алыҫ Көнсығышта отелдә йәшәгән өсөн 40 мең һумға тиклем кире ҡайтарыла.
Сәйәхәткә 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем, ә круизға 1 сентябрҙән алып навигация тамамланға ҡәҙәр юлланырға мөмкин.
Фото: ИА «Башинформ»