Йәмғиәт Общество
30 Август 2022, 12:10

Үҙәк район дауаханаһына өр-яңы ике автомобиль ҡайтты

Радий Хәбиров республиканың медицина учреждениеларына автомобиль асҡыстарын тапшырҙы

Үҙәк район дауаханаһына өр-яңы ике автомобиль ҡайттыҮҙәк район дауаханаһына өр-яңы ике автомобиль ҡайтты
Үҙәк район дауаханаһына өр-яңы ике автомобиль ҡайтты

Кисә, 29 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың медицина учреждениеларына 21 автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Яңы техника һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялауҙың төбәк программаһы буйынса һатып алынған.

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына ике Lada Granta автомобиле бүленде. Был автомобилдәр ярҙамында табиптар кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүгә ваҡытында барып етә аласаҡ, шулай уҡ улар лабораторияға биоматериал алып барыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Фото: үҙәк район дауаханаһы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас