

Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе һәм Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан оринтологтарға торналарҙың көҙөн осоп китер алдынан тупланған урындары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.
Ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр: ҡоштарҙы ниндәй тораҡ пункттар күргәндәр һәм уларҙың һаны. Өҫтәлмә мәғлүмәттәрҙе анкета тултырып хәбәр итергә мөмкин. Мәғлүмәтте rbcu_rb@mail.ru электрон почтаһына йәки в WhatsApp аша (8937-35-61-340) ебәрергә кәрәк. Улар сентябрь буйына ҡабул ителә
Торналар “иҫәбен алыу”ҙа ҡатнашыусылар акцияла ҡатнашыусы дипломдарын, ә иң кәрәкле мәғлүмәт ебәреүселәр ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.