Йәмғиәт Общество
7 Сентябрь 2022, 10:10

Ейәнсура районында яңы прокурор тәғәйенләнде

Ярашлы бойороҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры Игорь Краснов ҡул ҡуйған.

Ейәнсура районында яңы прокурор тәғәйенләндеЕйәнсура районында яңы прокурор тәғәйенләнде
Ейәнсура районында яңы прокурор тәғәйенләнде

Юстицияның кесе советнигы Иҙел Моталлапов 5 йыл срок менән Ейәнсура районы прокуроры вазифаһына тәғәйенләнде, тип яҙа “Башинформ”. Ярашлы бойороҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры Игорь Краснов ҡул ҡуйған.

Иҙел Наил улы Моталлапов 1989 йылда Башҡортостандың Йылайыр ауылында тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын “юриспруденция” белгеслеге буйынса тамамлаған. 2014 йылдың октябрендә республика прокуратура органдарына хеҙмәткә алынған. Хәйбулла районы прокуроры ярҙамсыһы һәм урынбаҫары вазифаларын башҡарған. Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгән өсөн БР прокуроры тарафынан дәртләндерелгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас