Йәмғиәт Общество
7 Сентябрь 2022, 09:10

Рәсәйҙә йәшәүселәр “Мир” картаһына 10 мең һум алырға мөмкин

Рәсәй халҡына 10 сентябргә тиклем күсереләсәк яңы аҡсалата түләм тураһында һөйләнеләр.

Рәсәйҙә йәшәүселәр “Мир” картаһына 10 мең һум алырға мөмкинРәсәйҙә йәшәүселәр “Мир” картаһына 10 мең һум алырға мөмкин
Рәсәйҙә йәшәүселәр “Мир” картаһына 10 мең һум алырға мөмкин

Түләмдәрҙең уртаса күләме 10 мең һум тәшкил итәсәк һәм уны программала ҡатнашҡан һәр кем һуңғы аҙнала ала аласаҡ. Аҡса “Мир” картаһына күсереләсәк, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Белгестәр әйтеүенсә, аҡса алыуға Рәсәйҙең һәр төбәгендә йәшәүселәр иҫәп тота ала. Бының өсөн хөкүмәттең махсус программаһында ҡатнашырға кәрәк.

Һүҙ ил буйынса сәйәхәт итеү тураһында бара. Был программа буйынса турҙар һәм отелдәргә бронь һатыу 10 сентябргә тиклем генә дауам итә һәм властар туристик кешбэк программаһын оҙайтырға йыйынмай.

Шарттар элеккесә ҡала: ниндәй ҙә булһа төбәктә тур йәки отель һайларға, “Мир” картаһы менән түләргә, шунан һуң сумманың 20 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Бер кешегә уртаса 10 мең һум тура килә, ә иң күбендә 20 мең һум кире ҡайтарырға мөмкин. Алыҫ Көнсығышҡа сәфәр ҡылһаң, иң күбе 40 мең һумға тиклем ҡайтарыла.

Сәйәхәткә 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем юлланырға мөмкин. Отелдә бронь кәмендә ике төнгә булырға тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас