

Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналында Украинала махсус операция зонаһында танк экипаждарының хәрби эше тураһында хәбәр иткәндәр. Был хаҡта “Башинформ” яҙҙы.
«Т-72Б3М танкы командиры кесе сержант Ильяз Юнысов һәм уның экипажы махсус хәрби операция барышында дошмандың 11 танкыһын, 4 пикабын, бер БТР-ын һәм 60-тан ашыу милләтсене, шул иҫәптән Киев режимына ярҙам итергә килгән сит ил граждандарын юҡ иткән», — тиелә оборона ведомствоһы белдереүендә.
Башҡортостандан танк экипажы артабан да бурыстарын үтәүҙе, Киев режимы аҫтында йәшәргә теләмәгән Донбасс халҡына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.
«Беҙгә ярҙам итеп, гуманитар ярҙам ебәреп торған Рәсәй халҡына ҙур рәхмәт. Һеҙҙең доғаларығыҙ, ярҙамығыҙ, хаттарығыҙ, балаларҙың хаттары еңеүгә ҙур өлөш индерә. Был беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле», — тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Ильяз Юнысов.
Фото: видеонан скриншот