Йәмғиәт Общество
23 Сентябрь 2022, 11:05

Йылғалар беҙгә рәхмәт әйтер

Ейәнсура районында “Йәшә,йылға!” экологик өмәһе үтте

Йылғалар беҙгә рәхмәт әйтерЙылғалар беҙгә рәхмәт әйтер
Йылғалар беҙгә рәхмәт әйтер

Оло Эйек йылғаһы буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәреү матур йолаға әүерелде тиһәң дә хата булмаҫ. Йәй көндәре күптәрҙең яратҡан ял урыны булған йылға буйын таҙартыуға быйыл да Иҫәнғолдоң барлыҡ ойошмалары дәррәү ҡушылды. Һәр бер ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә тәғәйенләнгән урынды төрлө сүп-сарҙан таҙартты.

Шулай уҡ райондың ауыл биләмәләре лә был акцияға ҡушылып, йылға һәм шишмә буйҙарын таҙартырға өмәгә сыҡты.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас