Йәмғиәт Общество
27 Сентября 2022, 07:35

Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тәрбиәселәрҙе байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәпкәсә белем биреү ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Йәмғиәт тормошонда һеҙҙең ролегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур, сөнки районыбыҙҙың киләсәге, уның сәскә атыуы һәм ҡеүәте һеҙҙең ҡулдарҙа. Һеҙҙең һәр тәрбиәләнеүсегеҙ – йомарт күңелегеҙҙең бер ярсығы. Һеҙ ата-әсәләр менән бер ҡатарҙан кескәйҙәрҙе тормошҡа әҙерләйһегеҙ. Нәҡ ошо осорҙа уларҙың характерына, сәләмәтлегенә нигеҙ һалына, шәхесе формалаша. Һәр сабыйҙың бәхетле бала сағы һәм артабанғы яҙмышы һеҙҙең аҡылығыҙға, түҙемлеккә һәм баланың эске донъяһына, хыялдарына иғтибарлы булыуығыҙға бәйле.

Һеҙгә арыу белмәҫ хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ балаларыбыҙҙың именлеге хаҡында даими хәстәрлек күреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм һөйөүе, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамы, коллегаларығыҙҙың ярҙамы тормошоғоҙға дәрт өҫтәһен. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, еңел булмаған, әммә шатлыҡлы һәм изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас