Йәмғиәт Общество
27 Сентябрь 2022, 14:40

Коронавирус менән ауырыусылар һаны көндән-көн арта

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 315 меңдән артты

Коронавирус менән ауырыусылар һаны көндән-көн артаКоронавирус менән ауырыусылар һаны көндән-көн арта
Коронавирус менән ауырыусылар һаны көндән-көн арта

Пандемия башланғандан алып 315,6 мең сирле теркәлгән, тип хәбәр итә “Башинформ” төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып.

Бөгөн стационарҙарҙа 2920 кеше дауалана, уларҙың күпселеге – оло йәштәгеләр. 14 пациент ауыр хәлдә, берәү – ИВЛ-да. 4,1 мең кеше амбулатор дауалана. Һуңғы тәүлектә республикала COVID-19-ҙан ике үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған алып вафат булыусылар һаны 5824-кә етте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас