

Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттарына осоу ваҡытлыса тыйылды.
Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙарҙы Сочи, Волгоград, Минеральные Воды, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса ташырға тәҡдим ителде.
Илдең башҡа аэропорттары ғәҙәттәгесә эшләй.
Аэропорттар һәм авиакомпаниялар эшендәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәтте уларҙың рәсми сайттарында белергә мөмкин.