Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә дәүләт аккредитацияһы булған коммерция вуздары студенттарын саҡырмаясаҡтар. Был хаҡта министр Сергей Шойгу белдереүенә һылтанма менән РФ Оборона министрлығы хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Хәҙер ил Президентының ярашлы указы әҙерләнә. Сергей Шойгу әйтеүенсә, киләсәктә махсус хәрби операцияға ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырыу ҙа планлаштырылмай.
Шулай уҡ РФ Оборона министры армияла сроклы хеҙмәт итеүселәр билдәләнгән график буйынса ҡайтарыласағын белдерҙе.