Йәмғиәт Общество
12 Октябрь 2022, 09:10

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө

12 октябрь – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында закондар ҡабул ителгән көн

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнөБөгөн Башҡортостандың Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө
Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө

Башҡортостандың Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы тураһында” законы менән раҫлана. Гербтың авторы — рәссам Фазлетдин Ислахов. Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы башҡорт милли орнаменты менән уратып алынған түңәрәк эсендәге ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында төшөрөлгән Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Аҫтында ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостан дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ буйына “Башҡортостан” тип яҙылған. Гербтың һүрәтендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм орнамент — алтын төҫөндә, ҡурай сәскәһе — йәшел, ҡояш — асыҡ алтын, ҡояш нурҙары — һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон — аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡарағусҡыл алтын төҫкә буялған.

Башҡортостандың Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны тураһында” законы менән раҫлана. Гимн көйөнөң авторы Фәрит Иҙрисов (“Республика” әҫәре), һүҙҙәренең авторҙары — Рауил Бикбай, Рәшит Шәкүр.

Беренсе куплет:

Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ал таңы.

 

Ҡушымта:

Дан һиңә, Башҡортостан!

Илен һөйгән азат халҡыңа дан!

Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә

Сәскә ат, Башҡортостан!

Икенсе куплет:

Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил,

Еңеү яулап алға бараһың.

Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә

Һинең ғорур рухлы байрағың.

Ҡушымта

Өсөнсө куплет:

Республикам, йондоҙ булып балҡы һин,

Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.

Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,

Тыуған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас