Йәмғиәт Общество
12 Октябрь 2022, 10:10

Мобилизацияға яраҡлылыҡты үҙаллы тикшертергә мөмкин

Мобилизацияланғандар медкомиссияны үҙаллы үтә аласаҡ

Мобилизацияға яраҡлылыҡты үҙаллы тикшертергә мөмкинМобилизацияға яраҡлылыҡты үҙаллы тикшертергә мөмкин
Мобилизацияға яраҡлылыҡты үҙаллы тикшертергә мөмкин

Рәсәйҙә Украиналағы махсус хәрби операцияға мобилизацияланыусылар үҙаллы медицина комиссияһын үтеп, һаулыҡ ҡаҡшау тураһындағы табип белешмәһен хәрби комиссариатҡа тапшыра ала, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Объясняем.рф телеграм-каналында аңлатыуҙарынса, бар хәлдә лә призывниктың яраҡлылығы тураһында һуңғы ҡарарҙы хәрби комиссариат сығарасаҡ.

«Һеҙҙең үҙегеҙ теләгән профилле белгестәрҙең белешмәләрен йыйырға һәм уны мобилизация буйынса саҡырыу комиссияһына тапшырырға хоҡуғығыҙ бар. Һаулыҡ хәле буйынса мобилизацияға яраҡлымы-юҡмы икәндең иң һуңғы ҡарарын был комиссия ҡабул итә», – тиелгән Рәсәйҙең социаль-иҡтисади хәлен күрһәткән был рәсми порталда.

Фото: ИА «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас