Республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса лидерлыҡты һаҡлай — Волга буйы федераль округында икенсе урын, Рәсәй кимәлендә - 7-се урын, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Башстат мәғлүмәте буйына ғинуар-сентябрҙә халыҡ төҙөгән торлак күләме 1,5 млн кв.м тәшкил иткән. Был былтырғы шул ваҡыт арауығынан 8,6 процентҡа күберәк.
Ағымдағы йылдың сентябрендә шәхси төҙөүселәр 198,1 мең кв. м торлаҡ төҙөгән— был былтырғы шул ваҡыттан 7,4%-ҡа артыҡ.
Девелопер компаниялары күләме үҙгәрмәгән тиерлек— 0,7 млн кв. м торлаҡ.
Быйыл БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың рекордлы күләмен (2,9 млн кв.м) үтеп, 3 млн кв.метр торлаҡ төҙөргә ниәтләй.
«Беҙҙең бурыс — сафҡа индерелгән торлаҡ йорттары күләмен арттырыу һәм буласаҡ төҙөлөш урындарына инфраструктура әҙерләү. Беҙ бер юлы инженер селтәрҙәр, социаль объекттар ҡороуҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ», — тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын үтәүсе Егор Родин.