Йәмғиәт Общество
17 Октября 2022, 10:10

Радий Хәбиров: Яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ

Башҡортостан Башлығы артистар йәлеп итеп, ҙур байрамдар үткәреүҙе тыйҙы

Радий Хәбиров: Яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙРадий Хәбиров: Яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ
Радий Хәбиров: Яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операция үткәреү осоронда артистар йәлеп итеп ҙур байрамдар ойоштороуҙы һәм быға аҡса сарыф итеүҙе тыйҙы.

“Мин бөтәгеҙҙән дә һорайым, яҡын арала концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, мин үҙем быны шәкси контролгә аласаҡмын. Алда Яңы йыл, беҙ уны мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ, ғаиләләр беҙҙең хәстәрлекте күрергә, балалар, бер нимәгә ҡарамай, байрам һәм бәхет тойғоһо кисерергә тейеш”, – тине Башлыҡ.

Ул шулай уҡ муниципалитеттар башлыҡтарына яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы. “Бер ниндәй яңы шыршылар булмаһын, һеҙҙә бөтәһе лә бар, мин байрамдар өсөн бөтә нәмәне һатып алыуҙы тыям, унһыҙ үлмәйәскбеҙ, Яңы йылды унһыҙ ҙа яҡшы кәйефтә үткәрербеҙ. Тағы бер тапҡыр әйтәм, бер ниндәй артистар булмаһын, теләһәгеҙ – үҙегеҙ гармун алығыҙ һәм йырлағыҙ”, – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәҙер бөтә срестволар иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелергә тейеш.

Ул республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға мобилизацияланғандарҙың балаларына айырым иғтибар бүлергә ҡушты.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас